“Мысыр ҡараңғылығы” – Мәскәү режиссеры Елена Котихинаның Өфөләге тәүге эше.

Кисә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Михаил Булгаковтың “Йәш табип яҙмалары” хикәйәләр циклы буйынса өлкән йәштәге аудитория өсөн тәғәйенләнгән “Мысыр ҡараңғылығы” (“Тьма Египетская”) спектакленең премьераһы үтте.
Был тарихтың геройы – медицина институтын тамамлап, ауыл дауаханаһында эшләгән йәш табип егет. Яңы вазифаһында уға көн һайын ҡуйылған диагноздың йәки тәғәйенләнгән дауалауҙың дөрөҫлөгөнә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға, башҡа кешеләргә ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. Уның практикаһында һәр осраҡ – кеше асылының һыныҡлығын һәм ҡиммәтен аңлауҙа сираттағы этап. Уның һәр пациенты – тере булыуҙың нимә икәнен аңларға ынтылыусы кеше йәненең сағылышы. Уның һәр яңы эш көнө – ҡараңғынан яҡтылыҡҡа юл эҙләүҙәге аҙымы.
Спектакль тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.
Автор: Гөлнур Ҡыуатова