Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры барлыҡҡа килгәненән алып төрлө һикәлтәле оҙон юл үтә: матур бейеклектәр яулай, юғалтыуҙарһыҙ ҙа булмай… Театр коллективы әле лә илһамланып ижад итә, яңынан-яңы матур спектаклдәр сығара һәм, әлбиттә, төрлө йәштәге тамашасыларҙың һөйөүен яулай. Быға театрҙың бай тарихы булышлыҡ итә: ветерандарыбыҙҙың хәтирәләрен тыңлағанда ҡайһы бер иҫтәлектәр әкиәт һымаҡ яңғырай, шулай ҙа былар барыһы ла ысын булған хәл — был беҙҙең үткәнебеҙ, беҙҙең тамырыбыҙ.
Ошо тарихҡа беҙ ҙә күҙ йөгөртәйек. Барыһы ла бер рәсем уҡытыусыһының бөтә буш ваҡытын бағышлығын, аҙаҡ үҙе артынан уҡыусыларын да әйҙәгән, бәләкәй генә мауығыуынан башланып китә…