Театр тарихы ҡайҙан башлана….
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының тарихы бик сағыу һәм бай. Уның тәүге бите 1932 йылдың 5 февралендә башлана. Был көндө Өфө сәнғәт һарайының Бәләкәй залында (хәҙерге Башҡорт академия дәүләт опера һәм балет театры) ҡурсаҡ театрының тәүге спектакле – «Шалҡан» әкиәте уйнала. Әлбиттә, театр буш урында төҙөлмәй. Уның ныҡлы нигеҙе була — Өфө тәжрибә-күрһәтмә мәктәбе эргәһендәге үҙешмәкәр театр түңәрәге. Был түңәрәкте талантлы ижади шәхес — Мария Николаевна Елгаштина етәкләй. Тап ул ҡурсаҡ театрының тәүге директоры һәм режиссеры була ла инде.
Тәүге өс айҙа театр рус телендә спектаклдәр уйнай, ә 1932 йылдың йәйендә М.Н.Елгаштина Башҡорт драма театры артисы Ғәмбәрә Мансурованы саҡырып, башҡорт труппаһын булдыра. Тиҙҙән театр Республика берләшкән ҡурсаҡ театры тип атала башлай. Театрҙың репертуары бай һәм төрлө була: рус, башҡорт, Кавказ, Балтик буйы, Урта Азия, Йыраҡ Көнсығыш һәм Йыраҡ Төньяҡ халыҡтарының әкиәттәрен, шулай уҡ Пушкин, Лермонтов, Некрасов, Пришвин, Маршак, Аксаков, Шварц әҫәрҙәрен үҙ эсенә ала.
Тик театрҙың аяҙ «бала сағын» болот ҡаплай — Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
Ҡурсаҡ театры Бөйөк Ватан һуғышы йылдары осоронда
Мәхшәрле һуғыш йылдарында ла ҡурсаҡ театрына ихтияж була. Театрҙың сығыштарын госпиталдәге яралыларға күрһәтеү планына индерәләр, ә һалдаттар театрҙы түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Тиҙ арала эстрада номерҙары әҙерләнә: ҡурсаҡтар менән Л.Ленч буйынса «Гитлер төшө» скетчы, А.П.Чехов буйынса «Хирургия», башҡорт, рус, венгер, украин халыҡ бейеүҙәре, В.Каверин пьесаһы буйынса Кащей ролендә Гитлерҙе һүрәтләп, «Кащей илендәге Митька» исемле спектаклде әҙерләйҙәр.
Хәрби частәрҙә күрһәтелгән агитацион ҡурсаҡ спектаклдәре Рәсәйҙә генә түгел, ул заманда күп кенә Европа иләрендә лә киң таралған була.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас та, Бөтә Рәсәй театр йәмғиәте Президиумы «Ҙур совет яҙыусыларының антифашистик репертуарын булдырыу буйынса эште ойоштороу» тураһында ҡарар сығара. Тиҙҙән фронт өсөн ҡурсаҡ агитбригадаларының яңы репертуары барлыҡҡа килә. Автор хоҡуҡтары Бөтә Союз идараһының таратыу бүлеге сығыш яһаусы бригадалар өсөн 1941-1942 йылдарҙа «Эстрада һәм ҡурсаҡ пьесалары» тигән ике йыйынтыҡ сығара.
Был пьесаларҙың төҙөлөшө Граждандар һуғышы һәм коллективизация осорондағы агит ҡурсаҡ драматургияһынан үтә лә айырылмай. Шулай ҙа әһәмиәтле бер айырма була. Хәҙер инде илбаҫарҙарҙы юҡҡа сығарырға һәм Тыуған илде азат итергә тигән бөтәһенә лә аңлайышлы лозунг алға сыға. Скетчтарҙа һәм ҡыҫҡа пьесаларҙа дошмандан көлөргә, уны хәлһеҙ, көсһөҙ итеп күрһәтергә кәрәк була.
Мәҫәлән, Л.Ленч пьесаһы буйынса ҡуйылған «Гитлер төшө» тигән популяр агитпьесала Гитлер ҡурҡыныс төш күрә: уның алдында төрлө илбаҫарҙарҙың ендәре пәйҙә була — урта быуат рыцаре, Мамай хан, Наполеон. «Мин әллә ауырыйыммы?» – тип һорай уларҙан Гитлер. «Ауырыйһың, әлбиттә. Башы иҫән кеше урыҫтарға ташланамы ни?» – тип яуаплай уға Мамай хан. Наполеон иһә: «1812 йылдың 24 июнендә мин дә Мәскәүгә барҙым, тик мине лә урыҫтар тар-мар итте. Ә бит мин — гений…», – ти.
Үҙенең фронттағы сығыштарын иҫләп, Сергей Образцов былай тип яҙа:
«…Муссолини Гитлерға төшкө аш әҙерләй — кавказса шашлык. Гитлер адъютантты ебәрә, тегеһе яраланып ҡайта. Гитлер бынан: «Ҡулыңда нимә?» – тип һорай. «Шашлыктың таяғы», – тип яуаплай тегеһе. «Ә шашлыҡ ҡайҙа», – тип һорай Гитлер. «Шашлыкты улар үҙҙәренә ҡалдырҙы», – ти адъютант. Һуңынан рейх канцелярияһында йыйылыш үтә. Гитлер мыйыҡлы немец овчаркаһы һүрәтендә бер көтөү эт алдында доклад уҡый. Бик йәнле итеп өрә, лауылдай, эт көтөүе лә геүләй. Шунан өҫтә һыҙғырып беҙҙең истребитель осоп үтә. Гитлер-эт башын күтәрә лә, тәпәйе менән елкәһен тырнай. Шунан бер һалдат: «Нимә, оҡшамаймы әллә?», – тип һорағас, залда рәхәтләнеп көлә башлайҙар. Концерт тамамланғас, беҙҙең янға бер генерал килде лә: «Һеҙгә ҙур рәхмәт. Иртәгә яуға, ә бөгөн һалдаттар рәхәтләнеп ял итер. Яу алдынан кәйефтең яҡшы булыуы бик мөһим», – тине».
Шулай булғас башҡорт ҡурсаҡ театры ла агитбригадалар стройына тиҙ генә ҡушыла. Карелия фронтына килгән Өфө ҡурсаҡ театры тураһында «Тыуған ил даны өсөн» Ҡыҙыл армия гәзитендә өлкән лейтенант С.Риммер былай тип яҙа: «Миҙаллы Башҡортостандың сәнғәт хеҙмәткәҙәренән һәм бөтә башҡорт халҡынан оло сәләм еткерҙеләр һәм беҙҙең яугирҙар рәхәтләнеп ҡараған күңелле концерт ҡуйҙылар».
«Беҙгә артистар килде! – был һүҙҙәрҙе беҙ шундай ҙур шатлыҡ менән бер-беребеҙгә еткерәбеҙ, – тип яҙа сержант В.Васильев. – Ә бөгөн ғәҙәти булмаған концерт — ҡурсаҡ концерты. Яугирҙәр дәррәү алҡыштар менән Башҡорт ҡурсаҡ театры етәксеһе Елена Алексеевна Тюремнованы сәләмәләй. <…> Тамаша тамамланғас та, һалдаттар таралышмай, ҡунаҡтарға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, матур итеп дуҫтарса һаубуллаша».

Башҡорт ҡурсаҡ театры артистарын һәр ерҙә лә йылы ҡаршы алалар. Л.Ленч буйынса «Гитлер төшө», А.П.Чеховтың «Хирургия», «Суртан ҡушыуы буйынса», «Батша һөрән һалыусыһы» әкиәттәрен, ҡурсаҡтар башҡарыуындағы халыҡ бейеүҙәре яугирҙәр яратып ҡарай. Шулай уҡ йәнле пландағы сығыштар ҙа оҡшай. Мәҫәлән, артистар үҙҙәре гопак, башҡорт, грузин һәм башҡа халыҡ бейеүҙәрен ихлас башҡара, популяр йырҙарҙы йырлай. Ҡыҙылармеец М.Успенский актриса Анна Милетина башҡарған «Лапти мои, лапаточки мои» исемле йырлы бейеүҙе иҫтә ҡалдырған: «Кем белә инде, был йырҙы тыңлағанда бөгөнгө тамашасы-фронтовиктың туйында бөтә тыуған-тыумасаһы күңел асҡан айлы кистәр, тыуған ауыл иҫенә төшмәгәнме икән?»
Ҡыҙылармеец М.Успенский хәтерләй: «Мин француздарҙы еңдем! – тип тамаҡ ярып ҡысҡыра Гитлер төшөндә Наполеонға. Ә тегеһе уны туҡмап: «Француздарҙы һин еңмәнең. Һин Даладьеҙы еңдең», – ти. Хайуан өңөндә дыу килә. Тамашасы рәхәтләнеп көлә. Артистар авторҙың төп идеяһын аса алды. Бер төрлөрәк «фюрерҙы» күл төбөнән сыҡҡан немец рыцаре, илбаҫар Батый, «еңелмәҫ» Наполеон туҡмағанын күреп тамашасы эсе ҡатҡансы көлә».
Карелия фронтында сығыш яһағанда театрға бик ауыр шарттарҙа, ҡулай булмаған биналарҙа эшләргә, һаҙлыҡтар һәм ҡара урмандар аша үтергә тура килә. Артистар фронт тормошоноң һәр бер ауырлығын батырҙарса үтә, йонсоу юлдан һуң концерттар, спектаклдәр ҡуя, һәм былар бер нисек тә тамашаларҙың сифатына йоғонто яһамай. Тылда ла рәхәт тормош булмай.
Башҡорт АССР-ның Халыҡ коммиссарҙар советының 1944 йылдың 4 марттағы №89-И ҡарарын бөгөн тулҡынланыуһыҙ уҡырға мөмкин түгел:
«…б) ҡурсаҡ театрының 19 кешенән торған ижади составын 4-се ашханаға беркетергә; в) театрҙың коллективы өсөн 6 бәлтә. 10 пар аяҡ кейеме, 15 күлмәклек тауар бүлергә…» Ижад менән тын алып йәшәгән актерҙар эшләргә лә эшләргә әҙер. Шуға ла рәхмәт һүҙҙәре, йылы теләктәр һәм тағы ла сығыш яһауҙарын һораған теләктәр үтә лә ҡәҙерле. Һуғыш частаренең береһендә сығыш яһағандан һуң әйткән һүҙҙәр иғтибарға лайыҡ: коллективҡа рәхмәт һүҙҙәренән башҡа, яугирҙәр рәссам Александр Стобовҡа ла оло рәхмәтен белдерә. Сөнки ул төҫлө ҡәләмдәр менән товарищ Сталиндың ике ҙур портретын төшөрә.